ИР Комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлин

There is still time to download: 30 sec.



Thank you for downloading from us :)

If anything:

  • Share this document:
  • Document found in the public.
  • Downloading this document for you is completely free.
  • If your rights are violated, please contact us.
Type of: docx
Founded: 15.11.2020
Added: 09.01.2021
Size: 0.04 Мб


Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
муниципаль районының
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
«ЕВРОПА – АЗИЯ. ОФОҠТАРҘЫ АСЫП БАРАМЫН»
IV ТӨБӘК - АРА
ҒИЛМИ – ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ
Тикшеренеү эше йүнәлеше: “Башҡортостан тарихы һәм культураһы”
Тема: «Комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлин»
Учалы районының 90 йыллығына арналған
Тикшеренеү эше авторы: Байрамғәлин Радмир Вадим улы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
2019
Йөкмәткеһе
Инеш ....................................................................................................................
I бүлек. Тыуған иленең тоғро кешеһе..............................................................
Әхмәҙиә Әхмәтғәли улының биографияһы...........................................
Уҡыу, әрме һәм эш башлаған йылдары................................................
II бүлек. Ялан батыры.......................................................................................
Алдынғы комбайнсының ғаиләһе
Олатайым - дәртле сәхнә оҫтаһы ла....
«Байрамғол совхозы» эшсеһенең даны, наградалары.............................
Йомғаҡлау................................................................................................................
Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................................................
Ҡушымта................................................................................................................
Инеш
Хөрмәтле Учалы районы халҡы! Һеҙҙе райондың 90 йыллығы менән ҡотлайым. Мәғрүр Ирәмәл итәгендә, матур Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары ярында, күгәреп ятҡан күлдәр илендә, Европа менән Азия киҫешкән урында йәйрәп ята боронғо һәм күркәм Учалы районы. Төбәгебеҙҙең данлы тарихы республика тарихынан айырып алғыһыҙ. Тик мин бөгөн Учалы тарихы тураһында түгел, ә республиканың аҙыҡ-түлек фондына тос өлөш индереүсе ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тураһында һөйләмәксемен.
Райондың ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына ҡарамай, сәсеү майҙанынан тонналап иген үҫтереп алыусы комбайнсыларға мин дан йырлайым. Улар районыбыҙҙың ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына башҡарған эштәре менән данлы.
Мәҡәләмдең геройы ла – Учалы районы “Байрамғол совхозы”ның арҡа һөйәген тәшкил иткән һәйбәт кешеләрҙең береһе, Мәҫкәү ауылының ялан батыры, олатайым Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы тураһында булыр.
Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Армиянан ҡайтҡаны бирле тыуған ауылында эшләгән эшһөйәр хеҙмәт кешеһенә дан йырлау.
Тикшеренеү объекты. Республиканың аҙыҡ-түлек фондына тос өлөш индереүсе ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен өйрәнеү
Тикшеренеү предметы. Хеҙмәт батырының тормош юлын өйрәнеү.
Тикшеренеү маҡсаты. Алдынғы комбайнсының тормош юлын өйрәнеү, артабан уның яҙмышы нисек булған, ҡыҙыҡһыныу.
Тикшеренеү эшенең бурыстары.
1. Комбайн штурвалы артындағы тормошто күҙәтеү
2. Алдынғы комбайнсының илебеҙҙең сәскә атыуына индергән өлөшө
3. Комбайнсының тормош юлы өлгөһөндә үҫеп килгән быуында патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү.
Тикшеренеү мәсьәләһе. Хәҙерге йәштәрҙең ер эше менән ҡыҙыҡһынмауы һәм хеҙмәт батырҙарын белмәүе.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Был эшем Учалы районының үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт батырҙары тураһында белергә ярҙам итәсәк, уҡыусылар ҡара ер эше менән ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм үҙенең ялан батырҙары тураһында күп белергә ынтыласаҡтар, яҡташтары менән ғорурланып йәшәйәсәктәр, уларҙың эштәрен дауам итәсәктәр.
Эҙләнеү эшенең методтары.
Ялан батыры тураһында мәғлүмәттәр йыйыу.
Гәзиттән мәҡәләләр йыйыу.
Ғаилә архивын өйрәнеү.
I бүлек. Тыуған иленең тоғро кешеһе
Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләгән Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы Байрамғәлин тураһында һөйләмәксемен. Сөнки ул да Учалы районының үҫешенә, Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына булышлыҡ иткән эшһөйәр хеҙмәт кешеләренең береһе булған. Ул - Тыуған иленең тоғро кешеһе - минең олатайым.
Әхмәҙиә Әхмәтғәли улының биографияһы
Байрамғәлин Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улы 1937 йылдың 15 мартында Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуған. Алты малай һәм бер ҡыҙлы ғаиләлә икенсе малай булып үҫкән. Атаһы, Байрамғәлин Әхмәҙғәли Байрамғәли улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Ул һуғыштан алған яраларынан оҙаҡ йәшәмәгән, 1977 йылда донъя ҡуйған. Шулай ҙа балаларына профессия алырға, тырышып йәшәргә, үҙ донъяларын, ғаиләләрен булдырырға ярҙам иткән. Үҙе балыҡсы, һунарсы булараҡ, балаларына был шөғөлөн дә өйрәткән. Атаһы һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ булған.
Һуғыш бөткәндә олатайым Әхмәҙиәгә бары һигеҙ йәш була. Һуғыштан һуң ауыр йылдар булғас, олатайыма алты класс белеме менән ҡалырға тура килә. Ғаиләне аслыҡ йылдары ныҡ ыҙалата. Шуға күрә күп ваҡытын атаһы менән балыҡҡа йөрөп үткәрә. Үрге Урал ҡалаһына кәмә менән барып, балыҡ һатып, аҡса эшләр булғандар. Аслыҡтан һунар эше лә ныҡ ярҙам иткән. «Ҡуян, төлкөнөң иҫәбе - һаны булманы, мылтыҡ менән атып алыр инек, тоҙаҡҡа эләгер ине”, тип хәтерләр булған олатайым. Шуларҙы эш итеп, тамаҡ ялғағандар, кейем теккәндәр, уҡыу-кәрәк яраҡтары алғандар.
Уҡыу, әрме һәм эш башлаған йылдары
Олатайым Әхмәҙиә Байрамғәлин 1958 йылдың 5 июнендә Вознесенскиҙә Учалы ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, механик-комбайнсы профессияһына эйә була. 22 йәшенән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы комбайнсы һөнәренә тоғро ҡала олатайым.
1960 йылдың 21 ғинуарында киң профилле тракторист-машинист һәм слесарь аттестатын ҡулына ала һәм июнь айынан Байрамғол совхозының туғыҙынсы фермаһында комбайнсы эшен башлай. Тырыш эше өсөн йәш егет 1961 йылдың 15 авгусында икенсе класлы СК-3 комбайнсыһы исемен яулай. Ошо йылдың көҙөндә, 5 октябрҙә, ураҡ бөтөү менән, 24 йәшлек егетте, Совет Армияһы сафына алалар. Ул, Тыуған ил алдындағы бурысын тоғро үтәп, 1964 йылдың 28 ғинуарында тыуған ауылына эшкә ҡайта. Әрмелә лә тик ятмай, 1963 йылда өсөнсө класлы тракторист – машинист танытмаһын уҡып ала. Ефрейтор Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улы әрмелә икенсе класлы радиотелеграфист һөнәренә лә эйә була.
II бүлек. Ялан батыры
Алдынғы комбайнсының ғаиләһе
Ауылына ҡайтып эш башлағас та атаһы улын өйләндерә. Бәләкәй генә булһа ла Яйыҡ яры буйына йорт һалып керәләр. Өләсәйем, Әҡлимә Алсынбай ҡыҙы Бүләкова, тәүге никахынан булған улы Алим Алмас улы менән Байрамғәлиндар ғаиләһенә йәшәргә килә.
Олатайым үҙ ғаиләһен булдырған йылды, 1964 йылдың ноябрь айында, партияға керә (партия билеты 10213243 номерлы). Йәш ғаилә тырышып йәшәй, ауылы өсөн көсөн биреп эшләй, иле өсөн икмәк үҫтерә. Олатайымдың эшен биҙәп, бер-бер артлы балалары тыуа тора: 1965 йылды Азат улы, 1967 йылда Зилдә ҡыҙы, 1968 йылда Гөлсирә ҡыҙы, 1970 йылда Вәсилә ҡыҙы (1 ай йәшәп үлә), 1972 йылда Ришат улы, 1974 йылда Зәмирә ҡыҙы, 1977 йылда Зинира ҡыҙы, 1981 йылда Зиләрә ҡыҙы донъяға килә. Шулай итеп, олатайым менән өләсәйем бергә һигеҙ бала ҡарап үҫтерәләр. 1968 йылдарҙа, йәшәгән йорттарын, кешеләр менән бергә йәшәйек тип, урамға күсерәләр. «Ике өләсәйҙең ҡаршыһында йәшәнек, уларҙың ярҙамын күп күрҙек”, тип һөйләй хәҙер әсәйем.
1972 йылда олатайым профсоюз сафына баҫа. Ҡышын тракторҙа фермаға бесән, һалам һөрәтһәләр, тиҙәк түкһәләр, халыҡҡа урмандан утын ташыһалар, йәйен бесән эшләйҙәр, яҙын - көҙөн комбайнда икмәк үҫтерәләр.
Олатайым - дәртле сәхнә оҫтаһы ла
“ Атайымды өйҙә бик һирәк күрер инем. Сөнки, элек концерт менән сығыш яһап, смотр - конкурстары көслө булды. Эштән ҡайтып, ишектән кереп тә өлгөрмәҫ ине, берәй түрә машинаһы менән килеп туҡтап, атайымды матур кейендереп алып сығып та китер ине”, тип хәтерләй уның ҡыҙы Зилдә әбейем. Сөнки, олатайым башҡорт ҡоралы - скрипкала оҫта уйнаған, моңло тауышы менән матур йырлаған. Шуға уға бер ҙә тынғы булмаған. Эш араһында ул сәхнәнән төшмәгән. Әлбиттә, һәр бер конкурстан, концерттан, һабантуйҙан бүләк (будильник йә ҡул сәғәте, сервиз, картина, күлдәк һ.б.) менән ҡайтыр булған олатайым. Йә булмаһа, конверт эсендә аҡса алып ҡайтҡан.
“Шулай матур йәшәгәндәр, тип уйлайым, хәҙер иҫкә алһам. Ауылда ла элек ҡунаҡ саҡырышыу, туйҙар көслө булды. Атайымды ҡунаҡҡа скрипкаһы менән бергә саҡырырҙар ине. Ҡунаҡтың ҡото булып йөрөгән икән атайым”, тип һөйләй хәҙер Зилдә әбейем.
Эш араһында смотр - конкурстар булһа, өйҙә уны балалары көткән. Уларҙы уҡытыр, ашатыр кәрәк, ә эштә - социалистик ярыштар. Барыһына өлгөр олатайым 1974 йылда социалистик ярышта Еңеүсе булған. Уның ошо йылда алған миҙалы ғына һаҡланған, ҡалған миҙалдары юҡ, ниңәлер. Шулай уҡ, ул бер-нисә йыл рәттән еңеүсе булып, комбайнына ҡаҙап, Ҡыҙыл Вымпелдар менән ҡайтҡан. Эше һәр ваҡыт маҡтаулы булған, гәзит биттәрендә лә олатайым тураһында ҡыуанып уҡып торғандар.
«Байрамғол совхозы» эшсеһенең даны, наградалары
1975 йылда КПСС-тың VIII Учалы ҡала конференцияһына олатайым Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы делегат булып барған. Яҡшы эшләгәне өсөн олатайым Мәскәү ҡалаһына ике мәртәбә барып ҡайтҡан. Санаторий – профилакторийҙарҙа булған. Украинаны ла күргән. 1983 йылда совхоздың спартакиадаһында Беренсе урын яулағаны өсөн комбайнына Аҡ вымпел тағып ҡайтҡан. 1988 йылдың 26 ноябрендә XIII Учалы ҡала партия конференцияһына Байрамғол совхозынан делегат итеп ебәргәндәр. Һаулығы ныҡ ҡаҡшап киткәс, алдынғы комбайнсы 1991 йылдың ҡышы тағы ла санаторий - профилакторийҙа дауаланған.
1996 йылда өләсәйем Әҡлимә Алсынбай ҡыҙы үлеп киткәс, өйҙәге эштәр олатайыма ҡалған. Кинйә улын Ришат бабайымды йортло, күҙле - башлы итергә тура килгән яңғыҙына. Иң бәләкәй ҡыҙын, минең әсәйемде, кейәүгә биргән. 1997 йылдың 27 мартынан ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡан. 1998 йылда Хеҙмәт ветераны кенәгәһен ҡулына алған. Тик олатайыма хеҙмәт емештәренең тәмен татып, уҡытып, үҫтергән балаларының изгелеген күреп оҙағыраҡ йәшәргә яҙмаған. Тракторсыларҙың көнө-төнө саң йотоп, ауыр эштәренән алған профессиональ ауырыуы олатайымды ла ыҙалатҡан. Олатайым, алдынғы комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлин, 2006 йылдың 8 мартында яҡты донъя менән хушлашҡан. Уның йортонда, нигеҙен ҡоротмаҫ өсөн, тырышып Азат улы йәшәй. Ул да атаһы һымаҡ комбайнда эшләй. Уның юлын ҡыуа. Балалары тырыш, эшләп көн күрәләр. Оло ҡыҙы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы ауылында мәктәптә уҡыта. Гөлсирә ҡыҙы Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Йомғаҡлау.
Мин, комбайнсы Әхмәҙиә Байрамғәлиндың кесе ҡыҙы – Зиләрәнең улы булам. Учалы районының данлы тарихына, республиканың аҙыҡ-түлек фондына тос өлөш индергән ауыл хужалығы хеҙмәткәре – алдынғы комбайнсы олатайым тураһында һөйләнем. Мин олатайымды белмәһәм дә, уның менән ғорурланып йәшәйем. Уға оҡшарға тырышам. Уның фамилияһын йөрөтәм.
Хөрмәтле дуҫтар! Арабыҙҙа шундай кешеләр булғанда ғорур һәм лайыҡлы рәүештә үҙ юбилейыбыҙҙы ҡаршылайыҡ. Ә олатайыма, Тыуған иленә тоғролоғо, уның сәскә атыуы хаҡына хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтәм. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле учалылар!
Ҡулланылған әҙәбиәт.
«Яйыҡ» гәзите, №135, 2005 йыл, «Учалы районы»
«Яйыҡ» гәзите, №122, 1993 йыл «Комбайнсы Әхмәҙиә»
Ҡыҙы Зилдә әбейем хәтирәләренән
Архив фотоларынан
Интернет селтәренән алындды

Report abuse

All documents on the website are taken from public sources and posted by users. We offer our deepest apologies if your document has been published without your consent.