Байрамғәлин Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы

There is still time to download: 30 sec.



Thank you for downloading from us :)

If anything:

  • Share this document:
  • Document found in the public.
  • Downloading this document for you is completely free.
  • If your rights are violated, please contact us.
Type of: doc
Founded: 15.11.2020
Added: 09.01.2021
Size: 0.09 Мб

Байрамғәлин Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы
1906 -1976 й.
Байрамғәлин Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы 1906 йылда Мәҫкәү ауылында донъяға килә.
Һуғыш башланыу менән, ул да фронтҡа китә. Был ваҡытта икенсе улы Әхмәҙиәгә (1937 йылғы) 4 йәш була. Ул - минең атайым. Атайымдың олатайымды Ауыл буйлап, арбаларға тултырып, гармун уйнап киткәндәре хәтерҙә, - тип әйткәне иҫемдә. Унан башҡа Ғәнтәр, Әхмәт,
Зиннәт, Әсҡәт, Юлай исемле улдары, Таңһылыу исемле ҡыҙы була олатайымдың.
Олатайым, Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы, һуғыш ваҡытында, яраланып, Баку ҡалаһында госпиталдә ятып сыға ул. 1944 йылда, ҡайтҡас, ауылда урмансы булып эшләй. Ташҡыя ауылы эргәһендәге посадка – уның ҡулдарының эше. Бынан тыш, оҫта балыҡсы булараҡ та дан ала. Эре – эре балыҡтарын һалҡын баҙҙа һаҡлай торған булған ул.
Олатайым һуғыштан алған яраларынан оҙаҡ йәшәмәне, 1976 йылда донъя ҡуйҙы. Мин ул көндө бик яҡшы хәтерләйем. Мәҫкәү башланғыс мәктәбендә өсөнсө класта уҡый инем. Уҡытыусым Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы, олатайыңды һуңғы юлға оҙатырға ҡайт, тигәс, мин ҡыуанып ҡайтып киттем: “Ур-ра, олатайым үлгән, мине апай дәрестән ҡайтарҙы”, тип урам буйлап ҡысҡырып ҡайтҡанымды һаман иҫләйем. Аҙаҡ, ишеткән кешеләр, минән байтаҡ ҡына көлөп йөрөнөләр. Дәрестән ҡайтарғанға ҡыуанғанмындыр инде, моғайын, олатайым үлгәнгә ҡыуанмағанмындыр инде...
Атайым алты малай һәм бер ҡыҙлы ғаиләлә икенсе малай булып үҫкән. Шулай ҙа Әхмәҙғәли олатайым балаларына профессия алырға, тырышып йәшәргә, ҡайһы бер балаларына үҙ донъяларын, ғаиләләрен булдырырға өлгөргән. Үҙе балыҡсы, һунарсы булараҡ, балаларына был шөғөлөн дә ҡалдыра. Скрипкала, гармунда уйнау серҙәрен дә өйрәтә. Олатайым һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ булған.
Һуғыш бөткәндә атайыма бары һигеҙ йәш була. Һуғыштан һуң ауыр йылдар булғас, уға алты класс белеме менән ҡалырға тура килә. Ғаиләне аслыҡ йылдары ныҡ ыҙалата. Шуға күрә күп ваҡытын олатайым менән балыҡҡа йөрөп үткәрә. Үрге Урал ҡалаһына кәмә менән барып, балыҡ һатып, аҡса эшләр булғандар. Аслыҡтан һунар эше лә ныҡ ярҙам иткән. Ҡуян, төлкөнөң иҫәбе - һаны булманы, мылтыҡ менән атып алыр инек, тоҙаҡҡа эләгер ине”, тип хәтерләр ине атайым. Шуларҙы эш итеп, тамаҡ ялғағандар, кейем теккәндәр, уҡыу-кәрәк яраҡтары һатып алғандар.
Олатайым һүрәт төшөрөргә әүәҫ булғас, өҫтәл клеёнкаһының артына, стенаға келәм итеп, һүрәт эшләгән, уны майлы буяу менән биҙәгән. Үрге Урал баҙарында урыҫтар уны болашып һатып алғандар.
Әйтергә кәрәк, олатайым – Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улының ун өс балаһы булыр ине лә...тик тәүгеләре тыуып оҙаҡ йәшәмәгәндәр, йыл һайын үлеп торғандар. Исемдәре лә ниндәй матур булған уларҙың: Мохтар, Феликс (һуғышта бергә булған дуҫының исеме), Хәйҙәр, Сәғиҙә һәм игеҙәк балалары Әхмәтвәли менән Нурһылыу. Урамда үтеп барған сыған ҡатыны әзәйемә: (әзәйем Гөлъямал исемле) “Балаларыңды үҙҙәре атлай башлағансы береһенә лә күрһәтмә, матур булып тыуалар, күҙ тейә, шуға үлеп тик торалар”, тигән. Шунан олатайым менән әзәйем ҡалған алты балаһы тыуып, күҙгә күренерлек булып үҫкәнсе, үҙҙәре ҡапҡа аҫтынан шыуышып сығырға өйрәнгәнсе, береһенә лә күрһәтмәй үҫтергән.
Ете балаһы ла үҙ тормошон булдырып, ғаиләле, бала-сағалы булып китәләр. Һәр береһе тәүҙә ауылда, атаһының эргәһендә йәшәп алалар. Аҙаҡ башҡа ерҙә көн итәләр. Малайҙары ғүмерҙәрен ер эшенә бәйләйҙәр, алдынғы комбайнсы, оҫта шофер булһалар, ҡыҙы тәрбиәсе һөнәрен һайлай.
Бөгөнгө көндә бер улы һәм ҡыҙы иҫән. Ғаиләлә дүртенсе булып тыуған улы - Әсҡәт Әхмәҙғәли улы Силәбе өлкәһе Степной ҡасабаһында ғаиләһе менән йәшәй. Бер бөртөк кенә ҡыҙы – Таңһылыу Әхмәҙғәли ҡыҙы Белорет районы Буғанаҡ ауылында йәшәй. Олатайымдың һалып кергән йортонда Зиннәт улы йәшәне. Хәҙер был йортта уның Артур улы йәшәй.
Олатайымды мин дә иҫемә төшөрөп алам. Урамға сығып эскәмйәгә ултырһа, эргәһенә йүгереп барыр инем. Кеҫәһенән кәнфит сығарып бирер ине... Арҡамдан һөйөп алыр ине...Бер аяғына сатанлап атлар ине...һыҙланып ултыра торғайны...ә үҙе тыныс ҡына була торғайны...күп һөйләп барманы. Йылға буйына барһам, ҡармаҡ тотоп яр башында баҫып торор ине... шулар ғына иҫемдә ҡалған минең...ниндәй матур, күңелле баласаҡ булған...ике әзәйем дә, олатайым да булған...Етмәһә улар беҙгә тыныслыҡ яулап биргән....ә беҙ, бәләкәстәр, бер ҙә аңламағанбыҙ...хәҙер иҫкә төшә, аңлайбыҙ... тик һуң!
Беҙ, йыл һайын, һуғыш ветерандарын иҫкә алып, Үлемһеҙ полк акцияһына ҡушылып, ауылда үткән митингҡа сығабыҙ, олатайҙарҙың фотоһүрәттәрен күтәреп йөрөтәбеҙ, уларға дан йырлайбыҙ.
Донъялар имен торһон! Башҡа һуғыш булмаһын!!!

Ейәнсәре Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова (Байрамғәлина)
Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы

Report abuse

All documents on the website are taken from public sources and posted by users. We offer our deepest apologies if your document has been published without your consent.